Цзинь (1115—1234)
Цзинь | |
Нигеҙләү датаһы | 1115 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Ваньянь Агуда[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Хуэйнинфу[d], Чжунду[d] һәм Кайфэнская управа[d] |
Административ рәүештә бүленә | провинция Шанцзин[d], Чжунду[d], Q10869423?, Q10902440?, Q15896234?, Наньцзинский регион[d], Hebei East Road[d], Western Hebei Circuit[d], Shandong East Circuit[d], Q11045707?, Damingfu Lu[d], Q11142113?, Q11142116?, Q10883120?, Q10921774?, Q11173831?, Q10562141?, Q11062717?, Q17003568? һәм Яньцзин[d] |
Алмаштырылған | Монгол империяһы |
Алыштырған | Төньяҡ Сун[d], Ляо[d] һәм Северная Ляо[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1234 |
Цзинь Викимилектә |
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | |||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Сун
|
Төньяҡ Сун
| ||
Көнбайыш Ся
|
Көньяҡ Сун
| ||
Цзинь дәүләте (ҡыт. ябайл. 金朝, пиньин: Jīn Cháo, һүҙмә-һүҙ Алтын) — XII—XIII быуаттарҙа Төньяҡ Ҡытайҙа булған чжурчжэн дәүләте.
Цзинь дәүләтенә Ваньянь (完颜) ырыуы башлығы Агуда (阿骨打) нигеҙ һалған. Башта Ваньян ырыуының территорияһы Амур йылғаһы бассейны менән генә сикләнгән.
Кидан менән һуғыш (1113—1125)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1110 йылда Кидан империяһында власть өсөн көрәш башлана. 1113 йылдан Ваньянь ырыуының башлығы Агуда була. Ул чжуржэндарҙың Киданға ҡаршы ихтилалына етәкселек итә, ихтилал осоронда империяның үҙәге Суйбин була. 1115 йылда Агуда үҙен император тип иғлан итә һәм үҙенең династияһына Алтын (чжурж. Анчун, ҡытайса Цзинь) тигән исем бирә. Яҙмаларға ярашлы, Агуда ошолай тип әйткән:
«Тимер (Ляо) ныҡ, әммә тутыға һәм ваҡлана. Ә алтын тутыҡмай. Шулай уҡ Ваньянь ырыуының төҫө — аҡ».
Чжурчжэн кавалерияһы ғәйәт ҙур, әммә насар әҙерләнгән Кидань ғәскәрен еңә. 1122 йылда Сун һәм Цзинь дәүләттәре Ляоға ҡаршы стратегик союз төҙөй. Сун империяһы Ляоға ҡаршы һөжүм хәрәкәттәре яһарға маташа, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Кидандарҙың көсһөҙләнгән империяһы 1125 йылда Цзинь ғәскәрҙәре менән тулыһынса тар-мар ителә. Кидандарҙың һуңғы императоры чжуржэндарға әсирлеккә эләгә.
Әммә һуғыш тамамланған һуң элекке союздаштар араһында низағтар барлыҡҡа килә, был яңы һуғыштың башланыуына килтерә. Сун империяһының материаль һәм кешеләр ресурстары ҙур була, шунлыҡтан чжурчжэндарҙың Цзинь империяһына тиҙ барған һуғышҡа ғына таяна алған.
Сун һәм Цзинь империялары араһында һуғыштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1125 йылда ике чжурчжэн армияһы Сун (Ҡытай) империяһына һөжүм башлай. Ҡытайҙың армиялары ғәйәт ҙур була, әммә ул башлыса пехотанан торған, шунлыҡтан чжурчжэн кавалерияһы менән тигеҙ шарттарҙа һуғыша алмаған.
1127 йылда чжуржэндар Кайфэнды яулап алғандәр һәм үҙҙәренең дәүләтенә төньяҡ Ҡытайҙы ҡушҡан. Сун империяһының элекке императоры Хуэйцзун (ҡабаланып тәхеттән баш тарта) улдары, гарем һәм ялсылары менән бергә әсиргә эләгә, ә чжурчжэндар баҫып алған территорияла Чу марионетик дәүләт төҙөлә. Әммә Чу хакимы власты Сун династияһының вәкиленә тапшыра һәм чжуржэндарға яңы вассал Ци дәүләтен төҙөргә тура килгән. Ци дәүләте күпмелер ваҡыт чжуржэндар менән бергә Сун империяһына ҡаршы һуғышҡан. Сун юлбашсыһы Юэ Фэй 1142 йылда үҙенең үлеменә һәм Шаосин килешеүенә ҡул ҡуйғанға тиклем чжурчжэндарға ҡаршы һуғыша. Был килешеүгә ярашлы Цзинь империяһы Хуайхэ йылғаһынан төньяҡта булған территорияны үҙенә алған.
1151 йылда Цзинь империяһының баш ҡалаһы Хуэйнинфунан Чжундуға (хәҙерге Пекин) күсә.
1191 йылда ҡытай һәм чжуржэн ғаиләләре араһындағы никахтарҙы тыйыу рәсми рәүештә сиселә, был һуңғыларҙың ҡытайлаштырыу процессын тиҙләткән.
Монголдарҙың Цзинь империяһын яулауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIII быуат башында Цзинь империяһы үҙенең төньяҡ күршеләре — монголдар баҫымы аҫтына эләгә. 1211 йылда яҡынса 50 мең атлы монгол яугирҙары Цзинь империяһына үтеп инә һәм бер нисә еңеү яулағас 1213 йылда баш ҡаланы ҡамауға ала. Император Ваньянь Юнцзи монголдар тарафынан үлтерелгән, ә император тип Ваньянь Сюнь тәғәйенләнә, ул монголдар менән баш ҡала Чжундуны талауҙан ҡотҡарыусы килешеү төҙөй. Әммә Юнзци үҙенең улын Суйбинға (Кайюань — запас баш ҡалаға) ебәреп өлгөрә. Бында уның исеме менән Пусянь Вану монголдарға яһаҡ түләргә баш тартыусы Дон Нжен империяһының (ҡыт. Көнсығыш Ся) хәрби хакимы булып китә.
1234 йылда монгол ханы вариҫы Гуюк тулыһынса бойондороҡһоҙлоғон бөтөрөү һәм көнсығыш ихтилалсыларын буйһондороу маҡсатында Цзингә ҡаршы яу башлай. Гуюк баш ҡала Чжундуны баҫып ала һәм юҡ итә, ә Цзинь империяһының һуңғы императоры әсирлеккә эләкмәҫ өсөн үҙ-үҙенә ҡул һала. Шулай ҙа Дон Нюжен империяһы һөжүмде уңышла кире ҡаға.
Һуңғы Цзинь
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1590-сы йылдарҙа чжурчжэн лидеры Нурхаци (努爾哈赤) чжуржэн ҡәбиләләрен берләштерә башлай һәм 1616 йылда яңы династияны (Һуңғы Цзинь, 1616—1636) нигеҙләй[1]. 1635 йылда чжурчжэндар имя «маньчжурҙар» атамаһын алған. 1636 йылда династияны исеме Цин тип үҙгәртелә.
Цзинь хакимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғибәҙәтхана исеме (廟號 miàohào) |
Үлгәндән һуң исеме (諡號 shìhào) |
Шәхси исеме (姓名 xìngmíng) |
Хакимлыҡ итеү йылдары |
Йылды иҫәпләү эраһы (年號 niánhào) һәм эра йылдары |
---|---|---|---|---|
Тарихи рәүештә иң күп ҡулланыған форма: «Цзинь» + ғибәҙәтхана исеме йәки үлгәндән һуң исеме | ||||
Тай-цзу 太祖 Tàizǔ |
Инцянь Синъюнь Чжаодэ Дингун Жэньмин Чжуансяо Дашэн Уюань Хуанди 應乾興運昭德定功仁明莊孝大聖武元皇帝 Yìngqián Xīngyùn Zhāodé Dìnggōng Rénmíng Zhuāngxiào Dàshèng Wǔyuán Huángdì ҡыҫҡаса: Уюань Хуанди 聖武元皇帝 Wǔyuán Huángdì |
чжурчжэн исеме: Ваньянь Агуда 完顏阿骨打 Wányán Āgǔdǎ или китайское имя Ваньянь Минь 完顏旻 |
1115—1123 | |
Тай-цзун 太宗 Tàizōng |
Тиюань Инъюнь Шидэ Чжаогун Чжэхуэй Жэньшэн Вэньле Хуанди 體元應運世德昭功哲惠仁聖文烈皇帝 Tǐyuán Yìngyùn Shìdé Zhāogōng Zhéhùi Rénshèng Wénliè Huángdì ҡыҫҡаса: Вэньле Хуанди 文烈皇帝 Wénliè Huángdì |
чжурчжэн исеме: Ваньянь Уцимай 完顏吳乞買 Wányán Wúqǐmǎi йәки ҡытай исеме |
1123—1134 | |
Си-цзун 熙宗 Xīzōng |
Хунцзи Цзуаньу Чжуанцзин Сяочэн Хуанди 弘基纘武莊靖孝成皇帝 Hóngjī Zuǎnwǔ Zhuāngjìng Xiàochéng Huángdì ҡыҫҡаса: Сяочэн Хуанди 孝成皇帝 Xiàochéng Huángdì |
чжурчжэн исеме: Ваньянь Хэла 完顏合剌 Wányán Hélá йәки ҡытай исеме |
1135—1149 | |
юҡ | Хайлинъян-ван 海陵炀王 Hǎilíngyángwáng |
чжурчжэн исеме: Ваньянь Дигунай 完顏迪古乃 Wányán Dígǔnǎi йәки ҡытай исеме Ваньянь Лян 完顏亮 Wányán Liàng |
1149—1161 | |
Ши-цзун 世宗 Shìzōng |
Гуантянь Синъюнь Вэньдэ Угун Шэнмин Жэньсяо Хуанди 光天興運文德武功聖明仁孝皇帝 Guāngtiān Xīngyùn Wéndé Wǔgōng Shèngmíng Rénxiào Huángdì ҡыҫҡаса: Жэньсяо Хуанди 仁孝皇帝 Xiàochéng Huángdì |
чжурчжэн исеме: Ваньянь Улу 完颜烏祿 Wányán Wūlù йәки ҡытай исеме Ваньянь Юн 完顏雍 Wányán Yōng |
1161—1189 | |
Чжан-цзун 章宗 Zhāngzōng |
Сяньтянь Гуанъюнь Жэньвэнь Иу Шэншэнь Инсяо Хуанди 宪天光运仁文义武神圣英孝皇帝 Хiàntiān Guāngyùn Rénwén Yìwǔ Shénshèng Yīngxiào Huángdì |
Ваньнь Цзин 完顏璟 Wányán Jǐng |
1190—1208 | |
юҡ | Вэйшао-ван 衛紹王 Wèishàowáng йәки |
Ваньянь Юнцзи 完顏永濟 Wányán Yǒngjì |
1208—1213 | |
Сюань-цзун 宣宗 Xuānzōng |
Цзитянь Синтун Шудао Циньжэнь Инъу Шэнсясо Хуанди 继天兴统述道勤仁英武圣孝皇帝 Jìtiān Xīngtǒng Shùdào Qínrén Yīngwǔ Shèngxiào Huángdì |
Ваньянь Сюнь 完顏珣 Wányán Xún |
1213—1223 | |
Ай-цзун 哀宗 Āizōng |
Цзинтянь Дэюнь Чжунвэнь Цзинъу Тяньшэн Лесяочжуан Хуанди 敬天德运忠文靖武天圣烈孝庄皇帝 Jìngtiān Déyùn Zhōngwén Jìngwǔ Tiānshèng Lièxiàozhuāng Huángdì |
Ваньянь Шоусюй 完顏守緒 Wányán Shǒuxù |
1224—1234 | |
юҡ | Мо-ди 末帝 Mòdì |
Ваньянь Чэнлинь 完顏承麟 Wányán Chénglín |
1234 | юҡ |
Цзинь дәүеренең ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Чжурчжэндар юлбашсыһы кенәз Эсыкуй (Дигунай) стела-һәйкәле, Уссурийск тирәһенән. Хәҙер Хабаровскиҙа.
-
Гөбөргәйел-пьедестал, Уссурийск тирәһенән. XII быуат.
-
Цюйфула (уңдан) «Яньцзы Мяо» (Яньцзы йәғни Янь Хуэй ғибәҙәтханаһы) яҙмаһы менән стела. Дадин эраһының 24-се йылы (б.э. 1184 й.)
-
Конфуций ғибәҙәтханаһында гөбөргәйелдә стела (Цюйфу). Чэнъан эраһының 2-се йылы (б.э. 1197 й.)
-
Бронза цимбалдары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Edward J.M. Rhoads. Manchus and Han. University of Washington Press, 2000. ISBN 0-295-97938-0 page 11.